Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 10:50

Пенсия йәше кәметелерме?

Журналистарҙың береһе пенсия йәшенә ҡағылған мәсьәләне күтәреп сыҡты.

Ил башлығы Владимир Путин үткәргән матбуғат конференцияһы быйыл 4 сәғәт тә 18 минут дауам итте. Ошо ваҡыт эсендә Президентҡа етмештән ашыу һорау бирелде.
Был юлы журналистар ил башлығының иғтибарын сағыу кейемдәре, күҙгә ташланып торған баш кейемдәре һәм плакаттар менән йәлеп итә алманы. Әммә Президент бөтә актуаль мәсьәләләргә бәйле һорауҙарға яуап бирергә тырышты.
Журналистарҙың береһе пенсия йәшенә ҡағылған мәсьәләне күтәреп сыҡты. Путин әйтеүенсә, бөтә ҡарарҙар ҡабул ителгән һәм закон менән нығытылған, бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр көтөлмәй.
#ввпутин #президентрф