Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 10:00

Медицина ярҙамының сифатын арттырып

Автомобиль двигателе 2,7 литр күләмле бензинға яраҡлашҡан, передача коробкаһы механика, ГЛОНАСС системаһы ҡуйылған, кондиционер, медицина салоны автономлы йылытыла, тауышты көсәйтеүсе ҡоролмаһы ла бар. Техник һыһазландырылыуҙан тыш, тиҙ медицина ярҙамы күрһәтеү ҡорамалдары, атап әйткәндә, үпкәгә яһалма вентиляция аппараты, дефибриллятор һәм электрокардиограф ҡуйылған.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә республиканың медицина учреждениелары халыҡҡа сифатлы ярҙам күрһәтеү өсөн матди-техник базаһын нығытыуҙы дауам итә. Яңы йыл алдынан Баймаҡ ҡалаһының үҙәк дауаханаһына Б класлы УАЗ автомобиле ҡайтарылды. Яңы техника кәрәкле дауалау-диагностика аппаратураһы менән йыһазландырылған.
Автомобиль двигателе 2,7 литр күләмле бензинға яраҡлашҡан, передача коробкаһы механика, ГЛОНАСС системаһы ҡуйылған, кондиционер, медицина салоны автономлы йылытыла, тауышты көсәйтеүсе ҡоролмаһы ла бар. Техник һыһазландырылыуҙан тыш, тиҙ медицина ярҙамы күрһәтеү ҡорамалдары, атап әйткәндә, үпкәгә яһалма вентиляция аппараты, дефибриллятор һәм электрокардиограф ҡуйылған.
#нацпроекты#миллипроекттар