АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 02:30

Кремлгә—Шыршы байрамына

Шыршы байрамында күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе, хәрбиҙәрҙең һәм хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыусыларҙың, хәрби хәрәкәттәр ветерандарының балалары ҡатнашасаҡ. Кремлдәге тантанаға юлланыусылар араһында Сибай интернат-гимназияһының 7Б класы уҡыусыһы Диана Таһирова ла бар.

Кремлдә төп Яңы йыл шыршыһы 25 декабрҙә үтә.
Байрамға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән алты меңгә яҡын бала саҡырылған. Башҡортостандан 140 кешенән торған делегация бара. Уларҙың 114 бала һәм 28-е оҙатып барыусы.Илдең иң төп Яңы йыл байрамына саҡырыу ҡағыҙҙарын уҡыу алдынғылары, олимпиада, спорт ярыштары, ижади конкурстар еңеүселәре алды. Шулай уҡ Шыршы байрамында күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе, хәрбиҙәрҙең һәм хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыусыларҙың, хәрби хәрәкәттәр ветерандарының балалары ҡатнашасаҡ. Кремлдәге тантанаға юлланыусылар араһында Сибай интернат-гимназияһының 7Б класы уҡыусыһы Диана Таһирова ла бар.