Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 11:30

Хәүефһеҙлек хәстәрләнә

Сибай ҡалаһының Күсимов урамының 6-сы йортонда һәм Көнсығыш микрорайонында йәшәүселәрҙең йыйылышы булды.

Сибай ҡалаһының Күсимов урамының 6-сы йортонда һәм Көнсығыш микрорайонында йәшәүселәрҙең йыйылышы булды. Ул Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына арналды. Күпселек тауыш менән “Контроль системаһын алыу һәм ҡуйыу, бинаға инеү мөмкинлеге менән идара итеү” проекты һайлап алынды. Атап үтелгән проект “Ҡурай” балалар баҡсаһында хәүефһеҙлек һәм уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.