Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2019, 10:00

Йөрәк өсөн--бушлай

Амбулаторияларҙа дауалауҙа булғандар табип тәғәйенләгән йөрәк өсөн дарыуҙарҙы бушлай аласаҡ

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының иң мөһим өлөшө--беренсел медицина-санитар ярҙамын күрһәтеү системаһын үҫтереү. Шуға ла ошо тәңгәлдә ныҡлы эштәр алып барыла. Әле Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова ҡайһы бер дарыуҙарҙың бушлай биреләсәге хаҡында тағы бер тапҡыр ошо хаҡта хәбәр итте. Һүҙ әлегә сирлеләрҙең бер төркөмө – миокард инфарктын йәки йөрәгенә, ҡан тамырҙарына операция эшләткәндәр – тураһында бара. Тимәк, амбулаторияларҙа дауалауҙа булғандар табип тәғәйенләгән йөрәк өсөн дарыуҙарҙы бушлай аласаҡ. Министр һүҙҙәренә ҡарағанда, дарыуҙар менән бушлай тәьмин итеү үрҙә телгә алынған сир асыҡланғандан һуң ике йыл буйы барасаҡ.
#нацпроект#регпроект
Читайте нас: