Сибай ҡалаһының сәнғәт колледжында камера музыкаһы концерты үтте. “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә һәм Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған концертта халыҡ-ара конкурстар лауреаттары, ҡалабыҙҙың мәҙәни белем биреү учреждениелары уҡытыусылары Анастасия Илһамова, Айгөл Солтангәрәева, Ольга Пекун сығыш яһаны.
Камера музыкаһы итальян теленән тәржемә иткәндә бүлмә, палата тигәнде аңлата. Йәғни, музыканы бәләкәй коллективтар йәки вокалистар башҡара. Камера башҡарыуының һәр партияһы, оркестр музыкаһынан айырмалы рәүештә, бер генә интрументта уйнала.
--Концерт шул тиклем оҡшаны. Күңел өсөн рухи аҙыҡ булды был. Башҡарыусыларҙың оҫталығы һоҡландырҙы, музыканы бик нескә тойоуҙары асыҡ сағылды,--тине Раушания Байғужина, тәьҫораттары менән уртаҡлашып.—Ғөмүмән, Сибайҙа хәҙер төрлө йүнәлештәге концерт ҡарау мөмкинлеге бар. Хатта театрҙа опера ҡуйылып, сит ил артистарын тыңлау форсаты ла тейҙе. Рәхмәт, етәкселәргә, ойоштороусыларға.