Рәмил атлы егетте белмәгәндәр һирәктер. Ул күптән түгел генә үҙе менән бергә хеҙмәт иткән һигеҙ кешене атып үлтергән ине. Был хәл өсөн йәш һалдатты ғүмерлек төрмә көтөүе хаҡында күп кенә баҫмалар яҙып сыҡты. Хәҙер килеп Рәмил Шәмсетдиновтың эше яңы йүнәлеш алды. Ул инде енәйәтсе түгел, ә зыян күреүсе.
Йәш һалдат хеҙмәт иткән Байкал аръяғындағы хәрби часть менән бәйле яңы енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ул Рәсәй Енәйәт кодексының 335-се статьяһы буйынса асылған. Йәғни, “хәрбиҙәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттә устав ҡағиҙәһен боҙоу” мәсьәләһе тикшереләсәк.
Был турала Рәмил Шәмсетдиновтың адвокаты Руслан Нагиев хәбәр итә. “Тәфтишселәр әле енәйәт эшен тикшерә. Тиҙҙән ул Чита гарнизон судына тапшырыласаҡ. Бында бер нисә зыян күреүсе бар. Шул иҫәптән Рәмил Шәмсетдинов та. “Срочниктар”ҙың береһе ғәйепләнеүсе булып тора,”—тип аныҡлыҡ индергән ул.
Тикшереү барышында бөтә факттар ҙа раҫланған. Йәш һалдаттарҙың аҡсаларын тартып алғандар, төрлөсә мыҫҡыл иткәндәр, мәсхәрәләү менән янағандар.
Шулай уҡ адвокат Руслан Нагиев әйтеүенсә, енәйәт ҡылынғанға тиклем Рәмилгә өс көн дауамында йоҡларға бирмәгәндәр. Ул төндәрен өҙөк-өҙөк кенә йоҡлай алған. Сөнки йоҡлап ҡына китһә, шунда уҡ уятҡандар. Шуға күрә енәйәт төнөндә уның аффект хәлендә булыуы мөмкин.
Хәҙер Рәмил Шәмсетдиновҡа Мәскәүҙә психиатрик экспертиза үтәһе бар. Аффект хәле иҫбатланған хәлдә, йәш һалдатты биш йылға иркенән мәхрүм итеү көтә.