Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2019, 11:30

Музейҙа тормош ҡайнай

Музей директоры Альбина Ярмуллина билдәләүенсә, йыл һайын крайҙы өйрәнеүселәрҙең мәҡәләләрен туплап, йыйынтыҡ сығарыу мәҙәниәт учреждениеһында күптән матур бер йолаға әүерелгән. БДУ-ның Сибай институты, педагогия колледжы студенттары, уҡытыусылар, йәмәғәтселәр ҙә кәңәшмәнең әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Сибай ҡалаһының тарих-крайҙы өйрәнеү музейында фәнни-ғәмәли кәңәшмә үтте. Сара сиктәрендә “Сибай музейының крайҙы өйрәнеү яҙмалары”ның 6-сы сығарылышы китабының исем туйы ла ойошторолдо. Музей директоры Альбина Ярмуллина билдәләүенсә, йыл һайын крайҙы өйрәнеүселәрҙең мәҡәләләрен туплап, йыйынтыҡ сығарыу мәҙәниәт учреждениеһында күптән матур бер йолаға әүерелгән. БДУ-ның Сибай институты, педагогия колледжы студенттары, уҡытыусылар, йәмәғәтселәр ҙә кәңәшмәнең әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
--“Сибай мезейының крайҙы өйрәнеү яҙмалары”ның 6-сы сығарылышына А.А.Абдрахмановтың уҡтан атыу тураһында, М.Р.Әминованың “Ирәндек үрҙәренә күтәрелгәндә”, М.Ш.Шаһиеваның Сибай интернат мәктәбенә 60 йыл тыуыуына арналған, А.З.Ярмуллинаның музейҙың 60 йыллығына, эшмәкәрлектәренә мәғлүмәт технологияларын индереү тураһындағы ҡыҙыҡлы мәҡәләләре тупланған,--ти әүҙем хәбәрсе Таңһылыу Фәтих ҡыҙы Ғәйнуллина.—Исем туйы тейешле кимәлдә үтте. Музей етәкселеге сараларҙы ҡыҙыҡлы, үҙесәлекле итеп ойоштора белә. Шунда уҡ 2020 йылда донъя күрәсәк яңы сығарылыштың планын да ҡабул иттек.
Кәңәшмә һуңында республиканың юбилей даталарына бағышланған Башҡортостан Республикаһы Милли архивының китаптар күргәҙмәһе лә эшләне. Йәштәр ҙә, өлкән быуын вәкилдәре лә күргәҙмәгә ҡуйылған боронғо китаптарҙы, экспонаттарҙы бик ҡыҙыҡһынып ҡараны.