Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2019, 16:10

Мәғлүмәтең хаҡ булһа—хаҡ ал!

Суррогат араҡы һатыусы хаҡында мәғлүмәт еткерһәң, ҡулыңа аҡса алырһың...

Суррогат һәм аҫтыртын һатылған араҡыларҙың етештерелеү, һатылыу нөктәләрен хәбәр итһәң, аҡсалы булырһың. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Йәшертен алкоголле эсемлек етештереүселәр хаҡында мәғлүмәт еткереүселәргә--50 мең, ә һатыусыларын белеүселәргә 2 мең һум ҡаралған. Мәғлүмәт әйтеүселәрҙең исем-шәрифе сер итеп һаҡланасаҡ.
--Был тәңгәлдә ентекле эш алып барыу һөҙөмтәһендә былтырғыға ҡарағанда эскелектән үлеүселәр һаны 115 кешегә кәмене. Быны минимумға төшөрөү—беҙҙең бурыс,--ти республика етәксеһе.
Йыл башынан Башҡортостанда 8 йәшертен цех юҡ ителһә, уларҙан 70 мең литрҙан ашыу спиртлы продукция тартып алынған. Суррогатты балаларға һатыу осрағы ла теркәлгән. “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Халыҡ контроле” проекты активистары, йәш гвардеецтар аҙна һайын суррогат араҡы, контрафакт тәмәке һәм балиғ булмағандарға спиртлы эсемлек һатыусыларҙы асыҡлау маҡсатында рейдтар үткәрә.
--Быйыл 459 магазинды тикшерҙек, унда 154 хоҡуҡ боҙоу теркәлде, 103 протокол төҙөлдө, суррогат менән сауҙа итеүсе 34 нөктә асыҡланды. Рейдтар көндөҙ генә түгел, төндә лә уҙғарыла,--ти “Халыҡ контроле” проектының төбәк йәмәғәт советы ағзаһы Антон Буфетов.
Мәғлүмәттәрҙе Башҡортостан Дәүләт сауҙа комитетының “Хәүефһеҙ мөхит” порталы аша еткерергә мөмкин https://safety.openrepublic.ru/ (тәүлек әйләнәһенә) һәм түбәндәге телефон һандарын йыйырға була: +7 (347) 218-09-87 (эш көндәрендә 9.00 - 19.00 сәғәттәрҙә).