АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2019, 18:15

“Берҙәм Рәсәй” берҙәм дәүләт имтиханын ғәмәлдән сығарырға йыйына

Бөтә 85 төбәктә лә белгестәр һәм йәмәғәтселек вәкилдәре мәғариф системаһын был аҙымға әле әҙер түгел тип тапҡан.

“Берҙәм Рәсәй” партияһы Мәғариф министрлығына идең бөтә мәктәптәрендә сит тел буйынса берҙәм дәүләт имтихандарын индереүҙән баш тартырға тәҡдим иткән. Был турала “Яңы мәктәп” партпроектының координаторы Алена Аршинова хәбәр итә.
Уның әйтеүенсә, бөтә 85 төбәктә лә белгестәр һәм йәмәғәтселек вәкилдәре мәғариф системаһын был аҙымға әле әҙер түгел тип тапҡан. “2022 йылда сит телдән берҙәм дәүләт имтиханын үткәрергә ярамай әле. Уны индереү өсөн кәрәкле саралар күрелмәгән: мәктәптәрҙә балаларға сифатлы белем бирерҙәй квалификациялы уҡытыусылар юҡ, кластар тейешенсә йыһазландырылмаған. Әлегә проблемалар күп,”—тип билдәләп үткән Аршинова.
Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә 2022 йылдан сит телдән берҙәм дәүләт имтиханын индереү буйынса кәңәшмә булды. Унда сығыш яһаусылар республикала быны тормошҡа ашырыу мөмкин түгеллеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.
Рәсәй мәктәптәренең 60 проценты ауыл ерендә. Ә ауылдарҙа сит телде уҡытыу мәсьәләһе киҫкен тора. Шуға күрә был фәнде берҙәм дәүләт имтихандарына индереү күптәргә илдең алдынғы юғары уҡыу йорттарына юлды ябыуы мөмкин.
Йомғаҡ яһап, Алена Аршинова: “Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың тәҡдимдәре еренә еткереләсәк һәм Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығына еткереләсәк,”—тип әйткән.