Башҡорт дәүләт университетында ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында аҫаба халыҡтар телдәренә, Башҡортостан Республикаһының - 100, юғары уҡыу йортоноң 110 йыллығына арналған VII халыҡ-ара телдәр фестивале үтте. Унда Башҡортостандан һәм Рәсәй төбәктәренән 436 делегат, шул иҫәптән Сибай институтынан делегация ҡатнашты. Улар фестивалдең төрлө секцияларында башҡорт музыка ҡоралдары, башҡорт лингвистикаһы һәм семантикаһы, инглиз һәм рус теле материалдарында телмәр тотоусыларҙың стилистик үҙенсәлектәре кеүек темаларға сығыш яһаны.
Фестивалдә йәмғеһе 15 секцияла донъяның төрлө телдәре, уларҙы өйрәнеү үҙенсәлектәре, замана шарттарында телдәрҙе өйрәнеү һәм популярлаштырыу алымдары тураһында һүҙ барҙы. Сараға донъяның 40-тан ашыу теле тураһында 198 эш тәҡдим ителде.