Екатеринбург ҡалаһында “КИТ” ижади проекты сиктәрендә үткән Халыҡ-ара “Тыуған ерем йөрәккә яҡын” конкурсында Сибай сәнғәт мәктәбенең физик мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылары уңышлы сығыш яһаны. “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр” программаһына, “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы балалар вокал, хореография, инструменталь башҡарыу, фото, ҡул эштәре, кино, цирк, һынлы сәнғәт, мода театры, театр, нәфис һүҙ, мультипликация, конферанс, оригиналь жанр төрҙәрендә һәләттәрен күрһәтте.
Конкурста сәнғәт мәктәбенең М.Г.Сидорова етәкләгән “Ҡалаҡ һуғыусылар” ансамбле “Инструменталь жанр, ҡалаҡтар” номинацияһында III дәрәжәле дипломға лайыҡ булды. Мортаза Ҡотлоғолов “Инструменталь жанр, ҡурай” номинацияһында II дәрәжәле лауреат исемен яуланы. Мортазаны сараға етәксеһе И.Ф.Нәҙерғолов әҙерләгән. Бейеүселәр малайҙарға ҡарағанда ла оҫтарыҡ сығыш яһаны: Әҙилә Мәһәҙиева «Хореография. Халыҡ бейеүе» номинацияһында I дәрәжәле дипломға өлгәште. Һәләтле ҡыҙҙың бейеү түңәрәге етәксеһе А.Ш.Хафизова.