Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо көндәрҙә төбәк-ара яңы законға ҡул ҡуйған. Уға ярашлы, физик шәхестәрҙән, бер банк эсендә иҫәптән иҫәпкә аҡса күсергәндә, комиссия алынмаясаҡ.
Премьер-министр Дмитрий Медведев октябрь айында Рәсәйҙең төрлө төбәгенә ҡараған, әммә бер үк банк эсендә асылған иҫәптәргә аҡса күсергәндә комиссия алыуҙы ярамаған ғәмәл тип атаған ине.
Һаҡлыҡ банк рәйесе Герман Греф әйтеүенсә, банк эсендә комиссияны ғәмәлдән сығарыу 2020 йылда бойомға ашырыласаҡ.