Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2019, 13:40

Йылдың 700-сө сабыйы

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә 700-сө бала тыуыу тураһында акт теркәлде. Яңы тыуған сабыйға ата-әсәһе Роман тип исем ҡушҡан. Роман -- Марат Шамил улы һәм Ксения Витальевна Буребаевтың баш балалары. Бәпес 10 декабрҙә яҡты донъяға ауаз һалған.

ЗАГС бүлегенә тыуыу тураһында таныҡлыҡ алырға килгән йәш атайға бүлек хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутатының иҫтәлекле бүләктәрен тапшырған.
Читайте нас: