Грек Сит ил эштәр министрлығы рәйесе Никос Дендиас хәбәр итеүенсә, Грецияның премьер-министры Кириакос Мицотакис Рәсәйгә киләсәк.
Дендиас 6 декабрь Мәскәүҙә булған. Һөйләшеүҙәрҙән һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин Мицотакисҡа 2020 йылдың 9 майында үтәсәк Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған тантанаға саҡырыу ебәргән.
Ил башлығы үҙе лә Грецияның сит ил эштәре министрлығынан саҡырыу ҡабул иткән. Атап үтелгән ил 2021 йылда революцияның 200 йыллығын билдәләргә уйлай.