Байыҡ-2019" телевизион бейеү конкурсында Сибай ҡалаһының халыҡ мәҙәниәте һәм ялы үҙәгенең " Ынйыҡай " халыҡ бейеү ансамбле солисткаһы Әмилә Ғөбәйҙуллина еңеү яуланы һәм махсус призға лайыҡ булды. Ансамбль етәксеһе Эльвира Вәкил ҡыҙы Аҡназарова телевизион конкурстың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.