Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2019, 15:00

Йәш уҡытыусылар ярты миллиондан ашыу аҡса аласаҡ

Башҡортостанда ауыл ерендә эшләүсе уҡытыусылар 600 мең һум күләмендә аҡса аласаҡ.

Башҡортостанда ауыл ерендә эшләүсе 100 йәш уҡытыусы 600 мең һум күләмендә грант аласаҡ. Уға эйә булыу өсөн ғариза яҙырға һәм конкурсты үтергә кәрәк ине. Иң күп ғариза-лар Өфө, Учалы, Ишембай һәм Күгәрсен райондарының йәш уҡытыусыларынан булған. Грант хаҡындағы ҡарар Башҡортостан Республикаһындағы хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми интернет-сайтында урынлаштырылған.