АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2019, 23:20

Яҡтылыҡты ла күрер көндәре бар икән

Сибайға яҡын ятҡан Моҡас ауылында төндә хәҙер яп-яҡты.--Сибай ҙа, күрше Төйәләҫ ҡасабаһы ла беҙгә ялтырып күренеп ултыра. Ҡалаға терәлеп ултырған Моҡас та ғына мәңге ҡараңғы булды. Бына, ниһайәт, беҙгә лә цивилизация килеп етте!—тип ҡыуана Нурғәле Дилмөхәмәтов.

Баймаҡ районының Моҡас ауыл биләмәһенә ҡараған Беренсе, Икенсе Төркмән, Әхмәр, Абҙаҡ ауылдарына яҡтылыҡ үткәрелде. Казанка ауылы ла төндә ялтлап ултыра. Сибайға яҡын ятҡан Моҡас ауылында төндә хәҙер яп-яҡты.
--Сибай ҙа, күрше Төйәләҫ ҡасабаһы ла беҙгә ялтырып күренеп ултыра. Ҡалаға терәлеп ултырған Моҡас та ғына мәңге ҡараңғы булды. Бына, ниһайәт, беҙгә лә цивилизация килеп етте!—тип ҡыуана Нурғәле Дилмөхәмәтов.
Бындай уңайлыҡтар республикала тормошҡа ашырылған торлаҡ пункттарҙа урамдарҙы яҡтыртыу системаһын модернизациялау проекты сиктәрендә булдырылған. Программа ғәмәлдә булғанда республикала бөтәһе 140 мең яҡтыртыу лампалары ҡуйыласаҡ. Шуларҙың 23 меңе 2019 йыл аҙағына ҡәҙәр монтажланырға тейеш.
Читайте нас: