АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2019, 22:25

Урал аръяғы мәктәптәре лә бар

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын бындай комплекстар менән тәьмин итеү республикала тормошҡа ашырылған “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы атҡарылды.

Башҡорт теле көнө киң билдәләнгән көндө республдикабыҙҙың бер нисә мәктәбе директоры башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын мультимедиялы комплекстар менән йыһазландырыу өсөн сертификаттар алып ҡыуанды.
Комиссия һайлап алған белем усаҡтары араһында Урал аръяғының Баймак ҡалаһының 4-се лицейы, Йылайыр районының Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы, Хәйбулла районының Уфимка ауылы мәктәбе бар.
2019-2020 уҡыу йылында заман талаптарына яуап биргән, ноутбуктар, мультимедиялы проектор һәм интерактив таҡталар менән ҡорамалландырылған 16 мультимедиялы комплекс һатып алыу өсөн аҡса бүленгән.