Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2019, 15:15

Тел—тере шишмә

Республикала “Туған һүҙгә табан 100 аҙым” акцияһына старт алды. Уҡыусыларҙа һәм йәштәрҙә туған телгә, нәфис әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында уҙғарылған сараға сибайҙар ҙа дәррәү ҡушылды. Китапханала “Туған һүҙгә табан 100 аҙым”күргәҙмәһе ойошторолдо. Был акция сиктәрендә уҡырға тәҡдим ителгән әҙәбиәт менән менән З.Вәлиди исемендәге республика китапханаһының һәм Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының рәсми сайттарында танышырға мөмкин.

14 декабрҙә Башҡортостанда башҡорт теле көнө уҙғарыла. Был көн билдәле мәғрифәтсе, башҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының береһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә тура килтереп билдәләнә. Мөһим дата сиктәрендә туған телебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә бағышланған төрлө саралар уҙғарыла.
Сибай ҡалаһының үҙәк китапханаһында ла “Туған тел—шиңмәҫ шишмә” туған тел сәғәте үтте.
Китапханаға килгән БДУ-ның Сибай институты, педагогия колледжы студенттары, гимназия-интернат уҡыусылары алдында мәртәбәле ҡунаҡтар—ҡалабыҙ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Рәсимә Айсыуаҡова, педагогик хеҙмәт ветераны Фәниә Хәмитова, “Күңел утрауы” клубы етәксеһе Венера Йәнбәкова, Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Даниса Солтанова, педагогия колледжы директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Татьяна Кузьмина сығыш яһаны.
--Туған тел—ул беҙгә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған тере аманат. Телебеҙҙе, халҡыбыҙҙы юғалтмайыҡ тиһәк, беҙ ғаиләлә үҙ-ара башҡортса һөйләшергә, гәзит-журналдар яҙҙырып уҡырға тейешбеҙ,--тине Рәсимә Фитрат ҡыҙы үҙенең сығышында.
Фәниә Зәйнуллы ҡыҙы Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлын бәйән итте. Даниса Зиннәтулла ҡыҙы бөйөк шағырыбыҙҙың “Дуҫлыҡ” шиғырынан өҙөк ятланы.
Сибай педагогия колледжы Республика Хөкүмәтенең туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү тураһындағы ҡарарына ярашлы конкурста ҡатнашып 1 миллион һумдан ашыу грант яулаған. Уҡыу йорто уҡытыусылары—Гөлнара Харисова, Гөлнара Шәкирова, Сәйҙә Мәмбәтҡолова, Татьяна Кузьмина, Гөлдәр Дәүләтбаева конкурсҡа “Рус һәм башҡорт халҡының мәҙәниәте аша Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү “Инеш”үҙәге” булдырыу проектын бөгөнгө көндә уңышлы тормошҡа ашыра. Төбәктә татыу йәшәгән ике милләт мәҙәниәте аша дәүләт телдәрен үҫтереүҙе, республиканан ситтә--Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә, үҙебеҙҙә башҡорт телен һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған проект өс йүнәлештә--“Рухи мираҫ” башҡорт телен терегеҙеү, “Духовное наследие” рус телен үҫтереү, “Урал аръяғы оҫталары” студиялары булдырылған.
Сарала студенттар Р.Бикбайҙың “Ожмахтарҙан ҡасып ҡайтырлыҡ”, Л.Абдуллинаның “Башҡорт теле”һәм башҡа шиғырҙарҙы тасуири уҡыны.
Республикала “Туған һүҙгә табан 100 аҙым” акцияһына старт алды. Уҡыусыларҙа һәм йәштәрҙә туған телгә, нәфис әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында уҙғарылған сараға сибайҙар ҙа дәррәү ҡушылды. Китапханала “Туған һүҙгә табан 100 аҙым”күргәҙмәһе ойошторолдо. Был акция сиктәрендә уҡырға тәҡдим ителгән әҙәбиәт менән менән З.Вәлиди исемендәге республика китапханаһының һәм Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының рәсми сайттарында танышырға мөмкин.