Баймаҡ районы ауылдарында логопедтарҙың күсмә консультацияһы тергеҙелә. Дәрестәрҙе 23 уҡытыусы 32 ауылда үткәрә. Консультациялар 2019 йылдың декабренән 2020 йылдың апреленә тиклем дауам итә. Логопедтар телмәр проблемалары булған балалар менән махсус күнегеүҙәр ярҙамында шөғөлләнәсәк.