Башҡортосан Республикаһының Милли йәштәр театрында “Сулпылар” йыр-моң конкурсының финалында Хәйбулла районының йәш таланттары, Гөлназ Иманова ҡабыҙған йондоҙсоҡтар – Зөлхизә Сәлимова менән Роберт Исламовтар сығыш яһаны. Республика бәйгеһенең 12 финалисының икәүһе Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбенең эшенә юғары баһа. Йәш йырсылар Роберт Исламов – беренсе, Зөлхизә Сәлимова – икенсе урындарҙы яуланы.
Гала-концертта Хәйбулланың былтырғы бәйгелә еңеүселәре - Сәлим Ғөбәйҙуллин менән Гөлдәр Аллабирҙина ла сығыш яһаны.