Республикала “Ауыл фельдшеры” программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Быйыл 72 фельдшер 500 мең күләмендә түләү аласаҡ. Улар араһында Хәйбулла районының Федоровка ауылындағы фельдшер-акушер пунктының йәш белгесе Мария Миляева ла бар. Мария Александровна Сибай медицина колледжының “Дауалау эше” бүлеген тамамлағас, тормош иптәше Евгенийҙың тыуған ауылына эшкә ҡайтҡан.