Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2019, 23:30

Йыл танылыуы

“Йыл танылыуы” яулаусы төҙөлөш компаниялары, туристик агентстволар, стоматология клиникалары, медицина үҙәктәре, автомобиль салондары һәм башҡа тармаҡтар етәкселәренә статуэтка һәм дипломдар тапшырылды. Улар араһында А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры булыуы ҡыуаныслы.

“Йыл танылыуы” тип исемләнгән иң халыҡсан проекттарҙың береһе тамамланды. Унда дәғүә итеүселәрҙе министрлыҡтар күрһәтһә, еңеүселәрҙе республика халҡы билдәләне. Бер ай дауамында интернет селтәренең әйҙәүсе сайттарында номинанттар өсөн тауыш бирелде. Кисә “Йыл танылыуы” яулаусы төҙөлөш компаниялары, туристик агентстволар, стоматология клиникалары, медицина үҙәктәре, автомобиль салондары һәм башҡа тармаҡтар етәкселәренә статуэтка һәм дипломдар тапшырылды. Улар араһында А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры булыуы ҡыуаныслы.
--Хөрмәтле тамашасылар! Ҡәҙерле дуҫтар! Туғандар, милләттәштәр, яҡташтар!
Беҙҙә ҡыуаныслы хәбәр! Кисәге көнгә хәтлем тауыш, комментарийҙар йыйып, барыбыҙ ҙа еңеү өсөн тырышыуыбыҙ юҡҡа сыҡманы--Сибай дәүләт башҡорт драма театры "Йыл танылыуы" конкурсында еңеп сыҡты!--тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты социаль селтәрҙәрҙә театрҙың директоры вазифаһын башҡарыусы И.Р.Әбдрәшитов. -- Беҙҙең шатлыҡтарыбыҙҙың сиге юҡ, сөнки Театр йылында "Иң яҡшы театр" исемен яулау оло ғорурлыҡ! Барығыҙға ла ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Һеҙ -- беҙҙең таянысыбыҙ, киләсәгебеҙ!