АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2019, 15:45

Ысын граждан булдылар

Үҙегеҙҙән: “Беҙҙең өсөн ил нимә эшләне тип түгел, мин илем өсөн нимә эшләй алам?”-- тип һорағыҙ тигән. Ошо һүҙҙәрҙең тәрән мәғәнәһенә төшөнөгөҙ. Илебеҙгә файҙа килтерерҙәй шәхестәр булып үҫегеҙ,--ти балаларға ҡулына тәүге тапҡыр паспортын алыусы Иҙелбай Иҙрисовтың атаһы Шәфҡәт Рәфҡәт улы.

12 декабрь—Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө. Мөһим дата уңайынан
Сибай ҡалаһының тарих-крайҙы өйрәнеү музейында 14 йәштәре тулған бер нисә уҡыусыға тантаналы шарттарҙа Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты тапшырылды. Уҡыусыларҙы тормоштарындағы шатлыҡлы, шул уҡ ваҡытта яуаплы ваҡиға менән Башҡортостан Республикаһының Дәүләт—Йыйылышы Ҡоролтай депутаты Й.У.Биккинов, эске эштәр мининистрлығының миграция мәсьәләләре буйынса бүлеге начальнигы, полиция майоры М.Б.Шульга, мәғариф бүлеге начальнигы Р.Р.Тураев тәбрикләне. Ҡотлауҙарға ата-әсәләр ҙә ҡушылды.
--АҠШ-тың иң йәш президенттарының береһе булған Д.Кеннеди үҙенең инаугурацияһы мәлендә шундай билдәле һүҙҙәр әйткән. Үҙегеҙҙән: “Беҙҙең өсөн ил нимә эшләне тип түгел, мин илем өсөн нимә эшләй алам?”-- тип һорағыҙ тигән. Ошо һүҙҙәрҙең тәрән мәғәнәһенә төшөнөгөҙ. Илебеҙгә файҙа килтерерҙәй шәхестәр булып үҫегеҙ,--ти балаларға ҡулына тәүге тапҡыр паспортын алыусы Иҙелбай Иҙрисовтың атаһы Шәфҡәт Рәфҡәт улы.