Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2019, 16:20

Яңы йыл бүләге

Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа яңы музыка ҡорамалдары алыуға ифрат шатлана. Яңы йыл бүләге булған яңы пианиноларҙа йәш музыканттар оҫталыҡтарын арттырып, үҙҙәренең һөҙөмтәләре, уңыштары менән ҡыуандырырҙар, моғайын.

“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” Федераль проекты сиктәрендә йыл аҙағына ҡәҙәр Рәсәй Федерацияһының барлыҡ сәнғәт мәктәптәре лә үҙебеҙҙә һәм сит илдә етештерелгән музыка ҡорамалдары менән тәьмин ителәсәк.
Проектҡа ярашлы Сибай сәнғәт мәктәбенә "Аккорд" фабрикаһында етештерелгән ике "Рубинштейн" пианиноһы ҡайтарылды.
--Уҡыусыларыбыҙ ҙа, уҡытыусылар ҙа яңы музыка ҡорамалдары алыуға ифрат шатлана. Яңы йыл бүләге булған яңы пианиноларҙа йәш музыканттар оҫталыҡтарын арттырып, беҙҙе үҙҙәренең һөҙөмтәләре, уңыштары менән ҡыуандырырҙар, тип ышанам,--ти сәнғәт мәктәбе директоры Гүзәл Шәкирйән ҡыҙы Баянова.