Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2019, 15:40

Тимурға өмөттәр ҙур

Мәртәбәле ярышта Сибай ҡалаһы намыҫын яҡлаған егет лицей үҙидаралығының президенты ла булып тора.

Сибай ҡалаһының 9-сы лицейы уҡыусыһы Тимур Байрамғолов Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында еңеү яуланы. Мәртәбәле ярышта Сибай ҡалаһы намыҫын яҡлаған егет лицей үҙидаралығының президенты ла булып тора. Йәмәғәт эшендә лә әүҙем, уҡыу алдынғыһы ла булған Тимурҙы конкурсҡа Сибай экология-биология үҙәге методисы Нурия Таһир ҡыҙы Ямантаева әҙерләгән.