Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2019, 15:50

Сәнғәткә һөйөү тәрбиәләйҙәр

Сибай музыка мәктәбе үҙенең 65 йыллыҡ эшмәкәрлеге үренә баҫты. Сибай ҡасаба саҡта уҡ барлыҡҡа килгән был белем усағы меңәрләгән һәләтле балаларға серле музыкаһын донъяһын асырға ярҙам иткән. Уларҙың күптәре музыканы, сәнғәтте ғүмерлек һөнәре итеп һайлаған.

Юбилей айҡанлы үткән тантанала музыка мәктәбе коллективын һәм уҡыусыларҙы ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы И.Р.Солтангәрәев, ҡала Советы рәйесе А.Ғ.Ҡамбулатов, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе С.Ф.Ғәниева тәбрикләне. Бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Мәҙәниәт учреждениеһы ҡунаҡтарҙы һәм уҡытыусыларын сағыу концерт ҡуйып ҡыуандырҙы. Тамашасыларға төбәк, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстары лауреаттары—рус халыҡ инструменттарыоркесты, скрипкасылар, хореография, “Ирәндек” халыҡ ансамблдәренең сығыштары айырыуса ныҡ оҡшаны.