Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2019, 16:55

Ирҙең ҡотон алдым

Кәстрүлдең ҡапҡасы бер асылып, бер ябылған тауышҡа уяндым да аш-һыу бүлмәһенә сыҡһам, бынымдың күҙҙәре шарҙай.--Нимә ул?--Спагетти тием.--Күрҙем, ә нишләп улар сосиски аша сығып бөткән?!Ә бына нимә ҡотон алған! Шунан һуң ирем яйлап эсеүен ташланы.

Ир-егет журналистар менән командировканан йөрөп ҡайтып килһәң, улар гел ҡайтышлай уҡ: “Шул-шул материалды нисек бирәһең гәзиткә? Нимә тип башлайһың?”--тип һорашып, юлда уҡ үҙҙәре күңелдәренән текст төҙөп ҡайта торғайны. “Әллә, был хаҡта башта уй юҡ, мин ҡайтҡас ғаиләмә нимә өтөп ашатырға”,-- тип уйлап киләм тиһәләр, көләләр.
Шулай бер командировканан ҡайтышлай, юлда уҡ киске ашҡа еңел генә рецепт таптым да магазиндан сосиски, спагетти һатып алдым. Сосискины икегә бүлдем дә оҙон спагеттиларҙы үтә тишеп, ҡайнар һыуға һалдым. Ҡыҙыҡ ҡына, күңелле генә блюдо килеп сыҡты. Ирем эштән арып ҡайтып серем итеп ята ине, уны уятып торманым, балалар менән ашаныҡ та яттыҡ. Төндә ир уянған да ашайым тип кәстрүлде асһа, сосикалар аша үтеп ингән спагеттиларҙы күреп ҡото осҡан да тиҙ генә ҡапҡасты япҡан. Баҡтиһәң, һуҡмыш ҡайтып ятҡан булған, башы ауыртып уянған, етмәһә ас булған. Күҙемә күренәлер тип ныҡ ҡурҡҡан. Кәстрүлдең ҡапҡасы бер асылып, бер ябылған тауышҡа уяндым да аш-һыу бүлмәһенә сыҡһам, бынымдың күҙҙәре шарҙай.
--Нимә ул?
--Спагетти тием.
--Күрҙем, ә нишләп улар сосиски аша сығып бөткән?!
Ә бына нимә ҡотон алған! Шунан һуң ирем яйлап эсеүен ташланы.