Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2019, 18:45

Журналистарҙан һыуытҡысҡа йәшенгән

Великобританияның премьер-министры Борис Джонсон үҙен йөҙәткән журналистарҙан һыуытҡысҡа инеп кенә ҡотолған.

Великобританияның премьер-министры Борис Джонсон үҙен йөҙәткән журналистарҙан һыуытҡысҡа инеп кенә ҡотолған. Был турала The Daily Mirror таблоиды хәбәр итә.
Good Morning Britain ток-шоуының тапшырыу төшөрөү төркөмө һәм журналист Джонсон килә торған ерҙә “боҫҡон” ойоштора. Хәбәрсе сәйәсмәндән тапшырыуға ҡунаҡ булараҡ килергә йыйыныуы хаҡында асыҡларға теләй. Уның һорауынан ҡаушап ҡалған премьер-министр, бер секунд үткәс килергә һүҙ бирә лә, һыуытҡысҡа инеп юғала.
Бористың ярҙамсылары оҙатыуы аҫтында һөт преприятиеһының һыуытҡыс камераһына инеп китеүен студиялағы алып барыусылар тапшырыу эфиры аша күҙәтеп ултырған. Иғтибар итеүҙәренсә, Джонсонды оҙатып барыусыларҙың береһе, журналистарҙы күргәс, һүгенеп ҡуйған. Быны улар ирендерәнең ҡыбырлауынан аңлаған.