Сибай педагогия колледжы Республика Хөкүмәтенең туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү тураһындағы ҡарарына, “Мәҙәниәт”милли проектына ярашлы конкурста ҡатнашып 1 миллион һумдан ашыу грант яулауын хәбәр иткәйнек. Уҡыу йорто уҡытыусылары—Гөлнара Харисова, Гөлнара Шәкирова, Сәйҙә Мәмбәтҡолова, Татьяна Кузьмина, Гөлдәр Дәүләтбаева конкурсҡа “Рус һәм башҡорт халҡының мәҙәниәте аша Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү “Инеш”үҙәге” булдырыу проектын уңышлы тормошҡа ашыра. Төбәктә татыу йәшәгән ике милләт мәҙәниәте аша дәүләт телдәрен үҫтереүҙе, республиканан ситтә--Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә, үҙебеҙҙә башҡорт телен һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған проект өс йүнәлештә--“Рухи мираҫ” башҡорт телен терегеҙеү, “Духовное наследие” рус телен үҫтереү, “Урал аръяғы оҫталары” студиялары булдырылған.
Ошо көндәрҙә уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре Г.Д.Харисова, Г.М.Шәкирова, Г.Р.Дәүләтбаева Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ҡасабаһында Башҡорт теле көнөнә арналған Нардуған байрамы ойошторҙо.
--Ысынлап та, ҡыш әле генә башланып торһа ла, бер нисә көндән йәйгә ҡарарға торабыҙ. Иң оҙон төндәр ҡыҫҡарып, көндәр оҙоная башлаясаҡ. Шуға халҡыбыҙ борондан ошо мәлдә ҡояшҡа: “Беҙгә борол! Йылыта башла!”-- тип табынған. Шулай уҡ мал-тыуар артһын, ҡолондар сапһын, игендәр уңһын, тормош түңәрәк булһын,--тип тә теләк теләгән. Шунан килеп сыҡҡан да инде Нардуған,--тип аңлатты балаларға байрамдың килеп сығышын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Харисова.
Сара сиктәрендә мәктәп бүлеге студенттары төрлө милләт балалары уҡыған белем усағында ҡыҙыҡлы конкурстар, уйындар үткәрҙе. Уҡыусылар араһынан Нардуған һайланды, Селлә бабай менән Нарһылыу, йәғни Ҡояш һылыу ҙа байрамға йәм өҫтәне.
#нацпроекты#миллипроекттар