Ошо көндәрҙә WADA допингҡа ҡаршы агентлығы Рәсәй спортсыларын Олимпия уйындарына индермәҫкә тәҡдим яһаған ине. Әммә ил башлығы Владимир Путин бының өсөн уларҙы судҡа бирергә мөмкин тип иҫәпләй.
Уның әйтеүенсә, Бөтә донъя WADA допингҡа ҡаршы агентлығы ҡарары Олимпия хартияһына ҡаршы килә.
Рәсәй Президенты иҫәпләүенсә, коллективтарҙы түгел, айырым шәхестәрҙе генә язаға тарттырырға кәрәк. “Коллектив яза хаҡында һүҙ барыуы сәйәси ҡыҙыҡһыныуҙарға ишара. Бында спорттың һәм олимпия хәрәкәтенең ҡыҫылышы юҡ кеүек,”—тигән ул.
Спортсыларҙың Олимпия уйындарына индерелеү мәсьәләһе әлегә асыҡ ҡала әле.