Баш ҡаланың “Башҡортостан” дәүләт концерт залында 2019-2020 уҡыу йылында мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһе алдынғыларына Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты дипломы тапшырылды. Мәҙәниәт министрлығы ҡарарына ярашлы, республиканың төрлө ҡала һәм райондарының 20 сәнғәт мәктәбенең һәләтле уҡыусыһы ошо юғары исемгә тәҡдим ителгән. Шулар араһында Сибай балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Илина Аҡбулатова булыуы ҡыуаныслы. Тырыш ҡыҙ Алһыу Хафизова етәкләгән “Толпар” өлгөлө хореографик ансамбле солискаһы.