АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2019, 17:10

Килгәс белерһегеҙ!

Мәңгелеккә киткән әруахтар менән улар һәр ваҡыт: ”Хәлдәрегеҙ нисек?”--тип иҫәнлек һорашып уҙғандар. Был көндө лә сәләмләүҙәре була, зыярат эсенән:--Бында килгәс белерһегеҙ!--тигән тауышты ишетеп, ҡоборалары оса. Килгән юлдары буйлап, кемуҙарҙан йүгерәләр былар.Дауамы сайтта.

Скандинав йөрөшө менән шөғөлләнеүселәр ауыл-ҡалаларҙа көндән-көн арта бара. Халыҡтың үҙ сәләмәтлеген ҡайғыртып, спортҡа ылығыуы ҙур баһаға лайыҡ. Ни тиһәң дә, һәр кемдең һаулығы үҙ ҡулында бит. Был спорт төрө менән күберәк ҡатын-ҡыҙ мауыға. Фәҡәт скандинав йөрөшө өсөн махсус таяҡтар ҙа һатыуҙа бар. Уны һәр кем үҙ кәүҙә оҙонлоғона ҡарап алырға тейеш. Дөрөҫ итеп атлай белеү ҙә зарур. Һаулыҡ өсөн файҙаһы ҙур икәнлеген үҙ иңдәрендә татып белеүселәр йәш ҡалыуҙың да сере шунда тип иҫәпләй.
Шулай бер көн спортҡа мөкиббән киткән бер төркөм ауыл ҡатындары кискә ҡарай скандинав йөрөшөнә сыға. Уларҙың юлдары ауыл зыяраты эргәһенән үтә. Мәңгелеккә киткән әруахтар менән улар һәр ваҡыт: ”Хәлдәрегеҙ нисек?”--тип иҫәнлек һорашып уҙғандар. Был көндө лә сәләмләүҙәре була, зыярат эсенән:
--Бында килгәс белерһегеҙ!--тигән тауышты ишетеп, ҡоборалары оса. Килгән юлдары буйлап, кемуҙарҙан йүгерәләр былар.
Баҡтиһәң, көндөҙ "ҡырын тейәп" йөрөгән бер ир шунда инеп ятып йоҡлап киткән була.
Читайте нас: