Балыҡты яһалма шарттарҙа, шул иҫәптән бикрене (осетр) үрсетеү эшҡыуарлыҡты яңы башлаусыларға бик ҡулайлы тармаҡ. Кәрәкле технологияларҙы, ҡорамалдарҙы, селбәрә һатып алыу, шулай уҡ балыҡҡа аҙыҡ йүнләү хәҙер бер ни тормай. Етмәһә, күптәр иттән баш тартып, сифатлы балыҡ ашауҙы хуп күрә. Сәләмәт йәшәү рәүешенә өҫтөнлөк артҡан һайын балыҡҡа ихтыяж артҡандан-артасаҡ.
Сибай ҡала хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзаловтың “Инвестицион сәғәт” форматында үткән ултырышында урында балыҡ һатыуға ҡағылышлы проект ҡаралғаны булды. Был юлғы сарала шәхси эшҡыуар Алексей Антонов бикре балығын үрсетеү буйынса мәсьәлә менән сығыш яһаны.
--Эргә-тирәлә сөсө һыуҙа үрсеүсе бикре балығын күбәйтеү мөмкинлеге булған һыу ятҡылыҡтары юҡ. Селбәрәләр артыҡ һыуыҡты ла, эҫене лә яратмай. Шуға күрә уларҙы йылы бинала махсуслаштырылған бассейнда ғына тоторға кәрәк,-- тине “Аквапоника” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөргә йыйынған эшҡыуар А.Антонов.—Ҡорамалдар ҡыйбат тора. Әгәр бөтәһе лә ыңғай ғына барһа, 6-8 бассейн ултыртып, йылына 1,5 тонна балыҡ үрсетеп, уны сауҙа үҙәктәренә тере килеш алып сығып һатыу мөмкинлеге була. Киләсәктә тағы бер деликатес—ҡара ыуылдырыҡ етештереү ҙә күҙаллана. Бының өсөн балыҡты 5 йыл һыуҙа тоторға кәрәк.
--Был башланғысты хуплайым. Ете диңгеҙ аръяғынан килтерелегән, әллә нисә тапҡыр туңдырылып, әллә нисә тапҡыр иретелгән балыҡ ашағанссы, үҙебеҙҙекенә өҫтөнлөк бирелер тип уйлайым,--тине Рөстәм Әхмәткәрим улы.
Ултырышта тағы бер башланғыс—Ғәҙелша туристик базаһы биләмәһендә спорт-һауыҡтырыу пансионаты төҙөү проекты ҡаралды. Магнитогорск ҡалаһының “Гемма” кампанияһы етәксеһе Игорь Курков туристик базаның әлеге коммерция фондын реконстукцияларға һәм уны тағы ла киңәйтеү өҫтөндә эшләргә теләк белдерә. Игорь Аркадьевич өҫтәмә рәүештә 3 секциялы спорт компексын төҙөү мөмкинлеген дә әйтте.
Был башлағысты тормошҡа ашырыу әлегә бик икеле. Тәү сиратта тейешле инфраструктура юҡ. Ғәҙелша турбазаһына илткән юл насар, электр уты менән тәьмин ителеш тә тейешле кимәлдә түгел. Шуға ла Р.Афзалов был проектҡа дәүләт ярҙамы талап ителеүен һәм уны республика Башлығы Р.Хәбиров уҙғарған инвестицион сәғәткә сығарыу дөрөҫөрәк булыр тип белдерҙе.