Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2019, 21:10

Ҡыш Бабай велосипедта елдереп килә быйыл

Балалар йырлағанса, Ҡыш Бабай велосипедта елдереп килә быйыл. Ҡарҙың юҡлығы ла, көндөң имшеп тороуы ла байрам кәйефен һүрелтмәне, киреһенсә, халыҡты дәртләндереп кенә ебәрҙе.

Сибай ҡалаһында шул тиклем күңелле сара үтте—үҙәк майҙанда Яңы йыл байрамының төп символы булған шыршы асылды. Ул шыршы ябай түгел, ә төртөклө, йәғни цифрлы, пикселле. Уны ҡороуға ситтән көстәр талап ителһә лә ҡала хакимиәте, мәҙәниәт,мәғариф бүлеге, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары етәкселәре тырышлығы менән тантанана тейешле кимәлдә үтте. Халыҡта байрам кәйефе һиҙелә, һәр кем тыуасаҡ яңы йылдан мөғжизә, яҡшы үҙгәрештәр көтә. Ҡыш Бабайҙың килеүенә балалар айырыуса ҡыуана. Шуға ла Ҡыш бабайҙар парадын кескәйҙәр күҙҙәре ялтырап, шатланып-ҡыуанып күҙәтте. Сибайҙар һәм ҡала ҡунаҡтары матур байрам ойоштроусыларға ысын күңелдәр рәхмәт белдерә.
Балалар йырлағанса, Ҡыш Бабай велосипедта елдереп килә быйыл. Ҡарҙың юҡлығы ла, көндөң имшеп тороуы ла байрам кәйефен һүрелтмәне, киреһенсә, халыҡты дәртләндереп кенә ебәрҙе.