Баймаҡ ҡалаһында мәшһүр йырсы Рамаҙан Йәнбәковтың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың иң сағыу вәкилдәренең береһе булған арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың йыр сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Хәтер һәм ҡәҙер кисенә йырсының туғандары, яҡташтары, ветерандар, уҡыусылары Юлай Ғәйнетдинов, Азамат Тимеров килде. Һәр кем уның тураһында тик яҡшы хәтирәләр һаҡлай, яҡты иҫтәлектәрен күңелдәрендә йөрөтә.