Бөгөн башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, милли-азатлыҡ хәрәкәте башлығы, атаҡлы тюрколог, профессор Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуған көнө. Ошо уңайҙан Сибай ҡалаһының үҙәк урамдарының береһе-- Зәки Вәлиди урамында урынлашҡан бөйөк шәхесебеҙҙең һәйкәленә сәскәләр һалынды. Сарала мәктәптәрҙең тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыусылары, мәғариф ветерандары, ҡоролтай ағзалары, уҡыусылар, урта махсус уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты.
--Республикабыҙҙың 100 йыллығы киң билдәләнгән йылда Зәки Вәлидиҙе иҫкә алмау яҙыҡ булыр. Башҡорттарҙы донъя кимәлендә танытҡан милләтебеҙҙең аҫыл вәкиленең ғилми эшмәкәрлеге генә түгел, тотош ғүмере тәрән өйрәнеүгә лайыҡ,--тине Илшат Рәшит улы. Уның һүҙҙәрен башҡа сығыш яһаусылар ҙа хупланы.