“Хеҙмәттәшлек һәм эскпорт” милли проекты буйынса эшмәкәрлек дауам итә. Йыл башынан Башҡортостандан сит илгә үҙ тауарын оҙатҡан 34 предприятие транспорт сығымдарының бер өлөшөн ҡаплатыу хоҡуғын файҙаланған. Экспортҡа сығарылған тауарҙар исемлеге киң: игендән алып вертолеттарға тиклем.