--Театр эшмәкәрлеге балалар баҡсаһында тәрбиәүи эштең мөһим йүнәлештәренең береһе. Бала сәхнәлә үҙен иркен тота, тартынмай, оялмай, тиҫтерҙәре менән аралашырға өйрәнә. Шул уҡ ваҡытта телмәре үҫешә, байый. Бәләкәстәрҙең ижади һәләте асыла, саф күңелдәрендә сәнғәткә ҡарата зауыҡ ҡомары һалына,--ти тәрбиәсе уҙып барған Театр йылының ыңғай яҡтары бик булыуын баһалап.