Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2019, 10:35

Күсмә флюорограф ҡайтарылды

Ике өлөштән—процедуралар һәм медицина персоналы өсөн бүлмәләрҙән торған флюорография кабинеты фургонда урынлашҡан. Процералар бүлмәһендә ПроСкан серияһына ҡараған цифрлы флюорограф ҡуйылған. Флюорографтың рентгендан һаҡлаусы кабинаһында пациент тикшеренеү үткәндә туҡтауһыҙ бактерицидлы нур ебәрелә.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Сибай ҡалаһының үҙәк дауаханаһы паркы КамАз автомобиле нигеҙендә цифрлы күсмә флюорограф менән тәьмин ителде. Заманса флюоромобиль экспресс-тикшеренеү үткәреү һәм тын юлдары системаһы ауырыуҙарын иртә стадияла асыҡларға ярҙам итә. Мобиль кабинет Сибай ҡалаһы халҡын ғына түгел, ҡала округына ҡараған ҡасабаларҙа йәшәүселәрҙе лә хеҙмәтләндерәсәк.
Ике өлөштән—процедуралар һәм медицина персоналы өсөн бүлмәләрҙән торған флюорография кабинеты фургонда урынлашҡан. Процералар бүлмәһендә ПроСкан серияһына ҡараған цифрлы флюорограф ҡуйылған. Флюорографтың рентгендан һаҡлаусы кабинаһында пациент тикшеренеү үткәндә туҡтауһыҙ бактерицидлы нур ебәрелә.
Медицина персоналы бүлмәһендә рентгенолаборанттың АРМ ҡорамалдары, мебель, йыуыныу урыны, кондиционер урынлашҡан.
Лаборант бөтә тикшеренеүҙәрҙе лә дискка яҙырта һәм уны артабан дауахананың рентгенологына тапшыра.
#нацпроекты#миллипроекттар