Декабрь айы башында Мәскәүҙә уҙғарылған Юристар көнөнә арналған тантанала III Бөтә Рәсәй хоҡуҡи (юридик) диктантҡа старт бирелде. Акция 10 декабргә тиклем тотош ил буйынса үтә. Сара халыҡтың хоҡуҡи мәҙәниәте кимәлен үҫтереүгә, уларҙа ҡануниәтте өйрәнеүгә ынтылыш тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Диктантта ҡатнашыусыларға бер сәғәт эсендә ҡырҡ йүнәлешле һорауға яуап бирергә кәрәк.
Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе диктантта йыл да ҡатнаша. Быйыл уны уҙғарыу майҙансыҡтары булараҡ республикала юғары уҡыу йорттары һәм колледждар базаһында 19 майҙансыҡ теркәлгән. Киләсәктә ойошма-предприятиеларҙы йәлеп итеп, уларҙың иҫәбен йөҙгә еткереү планлаштырыла.
Акцияға БДУ-ның Сибай институты иҡтисад һәм хоҡуҡ факультеты студенттары
ҡушылды. Йәштәрҙе Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе секретаре Марина Колексникова тәбрикләне.
--Хоҡуҡ бөгөн төп институттарҙың береһе булып тора. Гражданлыҡ йәмғиәтен ҡануни йәһәттән грамоталылыҡһыҙ төҙөү мөмкин түгел. 3 декабрҙән алып 10 декабргә ҡәҙәр дауам иткән акцияла 14 йәше тулған һәр кеше ҡатнаша ала. Диктант яҙыу халыҡтың хоҡуҡи грамоталылығы кимәленә баһа бирер кенә ҡалмай, матбуғат саралары һәм йәмғиәттең иғтибарын хоҡуҡи мәҙәниәт мәсьәләһенә йүнәлтә, белем биреү программаларын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр тупларға ярҙам итә,--тине Марина Колесникова.