Хәйбулла районының Аҡъяр физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостандың Урал аръяғы конфессия-ара ярыштары үтте. Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты һәм Хәйбулла районы хакимиәте ойошторған ярышҡа Баймаҡ, Белорет, Йылайыр, Әбйәлил, Учалы һәм Хәйбулла райондарынан, Сибай ҡалаһынан командалар килде. Улар өҫтәл теннисы, волейбол, шахмат, мас-рестлинг, грепплинг, гир спорты, армрестлинг буйынса көс һынашты.Сараны асыу тантанаһында ҡатнашып ҡына ҡалмай, Башҡортостан Республикаһы мосолмандары мөфтөйө Айнур Бирғәлин грепплинг буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәтте. Көсөргәнешле ярышта майҙан хужалары булған хәйбуллалар беренселекте бирмәне. 2-се урынға-Йылайыр командаһы, ә 3-сө урынды Сибай ҡалаһы командаһы яуланы.