Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2019, 16:50

“Гринландия” таланттарҙы көтә

Быйыл конкурс ике турҙа үтә. Унда һүҙҙәрҙең һәм көйҙәрҙең авторҙары, башҡарыусылар һәм ижади коллективтар ҡатнаша ала.

“Гринландия” бөтә ил менән бергә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын ҡаршы алырға әҙерләнә. Быйылғы шиғыр-йыр конкурсы тап ошо темаға арнала.
“Гринляндия-2020” конкурс фестивале “Мин яратам һине, тормош!” девизы аҫтында үтә.
Сараның төп маҡсаты—Бөйөк Ватан һуғышы хаҡындағы хәтерҙе һаҡлау һәм нығытыу.
Быйыл конкурс ике турҙа үтә. Унда һүҙҙәрҙең һәм көйҙәрҙең авторҙары, башҡарыусылар һәм ижади коллективтар ҡатнаша ала. Беренсе тур 15 ноябрҙән 15 мартҡа тиклем дауам итә. Икенсе турға үтеүселәр араһынан дипломанттар, лауреаттар һәм фестивалдең халыҡ еңеүсеһе билдәләнәсәк.
Конкурстың шарттары менән “Гринландия”ның рәсми сайтында (https://grinlandia.ru/) һәм “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмдә (vk.com/grinlandiakirov) танышырға мөмкин.