Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2019, 22:25

Шыршы-ҡупшы биҙәлә

Ылыҫлы ҡупшыҡайҙы, яһалма алыштырғанда халыҡ бер килке яңылыҡҡа аптырап, тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән уны хуплағайны. Хәҙерге шыршы бигерәк үҙенсәлекле—пикселле.

Сибай ҡалаһының үҙәк майҙанына төп шыршы ҡуйыла. Заман менән заң да үҙгәреп, хатта хәҙер шыршы ла цифрлы. Ылыҫлы ҡупшыҡайҙы, яһалма алыштырғанда халыҡ бер килке яңылыҡҡа аптырап, тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән уны хуплағайны. Хәҙерге шыршы бигерәк үҙенсәлекле—пикселле. Нимә ул тиер бәғзеләр. Яңы йыл символы—пикселле шыршы байрам биҙәлеше менән сағыу яҡтылыҡтан ғибәрәт. Быға ҡәҙәр республикала ундай шыршылар бөтөнләй булмаған. Быйыл иһә ул 8 ҡалала—Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа, Салауатта, Ишембайҙа, Нефтекамала, Күмертауҙа, Ағиҙелдә ҡуйыла.
Әлеге мәлдә шыршы-ҡупшыны махсус рәүештә саҡырылған монтажниктар бригадаһы йыя.
9 декабрь 17.00 сәғәттә майҙансыҡта төп шыршы тирә-яҡҡа йәм биреп, ялтлап балҡып янып, халыҡты үҙенә йәлеп итеп торасаҡ.