Ә хәл былай була. Ир банкоматтан аҡса алам тип карточкаһын индерһә, унда картаға арест һалынғаны күрһәтелә. Ул шундуҡ райондың суд приставтарына юллана. Хеҙмәткәр картанан арест бурыс тулы күләмдә генә ҡапланғандан һуң ғына алынасағын белгертә. Ата кеше күп уйлап тормай, булған аҡсаһын түләй һәм квитанцияны приставтың алдына алып барып һала. Ул хатта эш хаҡының тәғәйен проценты балалары иҫәбенә ай һайын күсерелеп барһын өсөн ҡайҙа эшләүен дә хәбәр итә.