Баймаҡ районының Ярат мәҙәниәт йортонда ҡатын-ҡыҙҙар советы, ветерандар советы менән берлектә "Балан байрамы" үтте. Байрамға Ғүмәр һәм Ярат ауылының ҡатын -ҡыҙҙары баландан төрлө ризыҡтар әҙерләп алып килгән. Оҫтабикәләр сара ҡатнашыусыларҙы башта баландың файҙаһы ,ҡулланылышы, баландан төрлө аш - һыу әҙерләү ысулдары менән таныштырҙы. Сараны "Етегән " фольклор төркөмөнөң балан тураһында таҡмаҡтары, Ғүмәр ауылының ҡатын-ҡыҙҙарының йырҙары , 9-сы класс уҡыусыһы Юлдашбаева Гөлзифаның " Ләүсәтин" бейеүе йәмләне. Китапхана тарафынан китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо.