Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2019, 01:20

Оҫта барҙа ҡулыңды тый

Һәр ваҡыттағыса Сибай оҫталарына тиңдәр юҡ. Йәштәр биҙәүестәр яһап ҡыуандырһа, ағинәйҙәр дебет иләп, шәл бәйләй, кейеҙгә милли орнамент һуғырға өйрәтә. Оҫталыҡ класынан бушаған арала концерт ҡуйырға ла, телевидение тапшырыуҙарына төшөргә лә өлгөрәләр. Тағы ҡайһы тарафта бар шундай уңған гүзәл заттар?

Өфөлә 5 декабрҙә асылған VI “Өфө-Ладья. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар” күргәҙмә-фестивале 8 декабргә ҡәҙәр дауам итә.
Унда республикабыҙҙың барлыҡ ҡала һәм райондарынан, шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан һәм төбәктәренән халыҡ кәсептәрен үҙ итеүсе 340-тан ашыу оҫта ҡулдар ҡатнаша.
Сарала Сибай ҡалаһы намыҫын Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы, сәсәниә Асия Ғәйнуллина етәкселегендәге “Талир тәңкәләр” этно төркөмө яҡлай. Күргәҙмәлә уҡыу йортоноң этнохудожество бүлегендә уҡыған ҡыҙҙар халыҡ кәсептәрен күрһәтһә, ололар дебет иләп, шәл бәйләп, селтәр, ҡашмау яһап, кейеҙгә милли орнаменттар баҫырға өйрәтә.
--Бындай ҙур һәм бай күргәҙмәне бик һирәк осратырға мөмкин. Магазин тауарҙары түгел, ә күҙ нурҙарын түгеп, бөртөкләп эшләнгән, һәр береһе сәнғәт өлгөһөнә тиң булырҙай ғәжәйеп тауарҙар ҡуйылған. Уларҙың төрлөлөгөнән һәм матурлығынан күҙҙәр ҡамаша. Башҡорт халыҡ милли кейемдәре, ҡашмауҙар, түбәтәйҙәр, һаҡалдар, биҙәүестәр, туҙҙан, талдан, ағастан, таштан, фарфорҙан эшләнгән әйберҙәр, һуғылған балаҫтар, кейеҙ түшәктәр, матур-матур картиналар – нимә генә юҡ,--тип тәьҫораттары менән бүлеште төркөм етәксеһе Асия Солтан ҡыҙы.—Беҙҙе баштан уҡ БСТ каналы хәбәрселәре күҙҙәренә элде. “Сәләм”, “Башҡорттар”, “Бәхетнамә” тапшырыуҙарында ҡатнаштыҡ. Сәхнәлә иһә һәләтлеләр үҙ һөнәрҙәрен күрһәтә.
Сибайҙан күргәҙмәгә ҡул эштәренән тыш, йәшмә ярым аҫыл ташынан яһалған әйберҙәр етештереүсе эшҡыуарҙар бар.