Шоу программаһы сиктәрендә йәш килендәр төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, бағыусылар тарафынан әҙерләнгән бүләктәргә эйә булды. Улар замана килендәренең әрһеҙ ҙә, сая ла, баҫалҡы ла, ҡыйыу ҙа, егәрле лә булыуын күрһәтеүгә өлгәште. Үҙ йәрҙәре өсөн иһә һәр саҡ иң матуры, иң һылыуы, иң яҡшыһы булыуҙарын иҫбатланылар. Тамашасылар һәр сығышты көслө алҡыштарға күмде. Туй, байрамса күлдәктәр һәм пижама дефилеһы ла күптәргә оҡшаны.