Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2019, 10:15

Милли проекттар үтәлеше тикшерелде

Кисә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Проект комитетының киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе.

Кисә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Проект комитетының киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе. Унда Төп маҡсаттарға өлгәшеү этаптары, маҡсатлы күрһәткестәр һәм милли проекттар һөҙөмтәләре тикшерелде. Докладтар менән “Демография”, “Мәғариф”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Мәҙәниәт”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекттарының төбәк кураторҙары һәм етәкселәре сығыш яһаны. Бюджет аҡсаларын тотоноу, контракттар, капиталь төҙөлөшө объекттары әҙерлеге буйынса мәғлүмәттәр еткерелде.
#нацпроект